Дим буйҙары
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2019, 20:23

Сәскәйҙәрең толом-толом

Астрологтар фекеренсә, сәстәр кешене йыһан менән бәйләп тора.

Һәм яҡшы яғында сәстәре ҡуйыраҡ булғандар (ирҙәр өсөн яҡшы яҡ – уң, ҡатын-ҡыҙҙарға – һул) космостан мәғлүмәт алыуға өлгәшә. Уларҙа һиҙгерлек, алдан һиҙеп-күрә белеүсәнлек көслө. Әммә, әгәр ҙә сәстәр насар яҡта күберәк икән, был кеше бүтәндәрҙең ныҡлы йоғонтоһо аҫтында йәшәй. Шулай уҡ оҙон сәстәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы насар биоэнергетик көстәрҙән һаҡлай. Ҡыҫҡа сәслеләр иһә ошо өлкәлә бирешеүсән була. Был хаҡта белгестәр ни генә һөйләмәһен, иң мөһиме, таҙа, тәрбиәле сәстәргә бер ни ҙә етмәй.


Тараҡтар

Сәстәр матур, сәләмәт булһын өсөн тәү сиратта, тараҡтың бер нисә талапҡа тап килеүе шарт. Ул шыма, һирәгерәк тешле булырға тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, мөгөҙ, эбониттан эшләнгән тараҡтар сифатлы, ә тимерҙән яһалғандары зарарлы. Уларҙың баш тиреһенә зыян килтереүе бар. Сәстәрҙе көнөнә кәмендә ике тапҡыр тарарға кәрәк. Шулай уҡ махсус щеткалар ярҙамында массаж яһау ҙа тик ыңғай ғына йоғонто яһай. Тараҡ һәм массаж щеткаһы һәр кешенең шәхсән үҙенеке булырға тейеш. Уларҙы эҫе һыуҙа һабынлап йыуырға йә 10 процентлы нашатыр спирты ярҙамында таҙартырға мөмкин.


Сәс майлы булһа

Майлы сәстәрҙе ҡороларына ҡарағанда йышыраҡ йыуырға кәрәк. Һыуҙы йомшартыу өсөн 2 литр һыуға бер балғалаҡ сода һалалар. Һыуҙы оҙаҡ ҡайнатып, шунан һуң тондороп тотонорға ла мөмкин. Хәҙерге көндә, насар экология шарттарында, сәсте ямғыр йә ҡар һыуы менән йыуыуҙан тыйылығыҙ. Тағы ла бөҙрәләрҙе электр приборҙары ярҙамында киптерергә тырышмағыҙ. Сөнки улар сәсте яндыра һәм һыныусанға әйләндерә.


Майлы сәстәрҙе тәрбиәләү

* Алоэ. Майлы сәстәрҙе йыуырҙан 2-3 сәғәт алда баш тиреһенә алоэ һутын һөртөргә мөмкин. Ул ҡауаҡтан ҡотолорға ярҙам итә һәм сәс төптәрен нығыта. Сәстәр ныҡ ҡойолған осраҡта алоэ һутынан 1 сәғәткә компресс ҡуйырға була.

* 1 ҡалаҡ ваҡланған ҡайын япрағын иҙеп, порошок яһарға һәм 5 ҡалаҡ 45°С-лы спирт йә араҡы ҡойоп, 1 аҙна ныҡлы ябыл-ған һауытта тоторға. Төнәтмәне һөҙөп, баш тиреһенә һөртәләр.

* Сәсте йыуған арауыҡта лимон һуты һөртөү файҙалы. Ул майһыҙландыра һәм ҡысыуҙан арындыра.

* Йыуырҙан 1-2 сәғәт алда баш тиреһенә 2:1 күләмендә алынған лимон һәм кишер һуты ҡатнашмаһын һөртөп, таҫтамал менән урарға. Сәсте йыуғас, тәүҙә – һыу, һуңынан лимон һуты ҡушылған (1,5-2 литр һыуға 1 ҡалаҡ лимон һуты) бүлмә температураһындағы һыу менән сайырға.


Ҡоро сәстәрҙе тәрбиәләү

* 2 йомортҡа һарыһын 50 мл һыуға бутарға, 100 мл араҡы һәм 5-8 мл нашатыр спирты өҫтәргә. Ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөп, һуңынан эҫе һыу менән йыуып төшөрөргә.

* Киптерелгән йә яңы өҙөлгән бер ус кесерткән япраҡтарын ваҡларға, өҫтөнә 1/2 стакан үҫемлек майы ҡойорға, 1 аҙна дауамында ныҡлап ябылған быяла һауытта төнәтергә. Ҡулланыр алдынан

һөҙөргә, йылытырға һәм йыуырҙан 1 сәғәт алда сәскә һөртөргә.

* Лимон һуты ҡойолған үҫемлек майын ҡайнаған һыу өҫтөндә тотоп, йылытып аҙнаһына 1 тапҡыр компресс яһарға мөмкин. Ҡатнашма менән баш тиреһен, сәсте майларға һәм полиэтилен ҡапсыҡ кейеп, өҫтөнән таҫтамал ябынырға. Компресты 1-2 сәғәт тоторға.

* Шулай уҡ баш тиреһенә дегәнәк һуты һөртөргә була. Тамырын ҡаҙып алып, һыуыҡ һыуҙа йыуығыҙ, ҡырғыста тиҙ генә ҡырып, һутын һығып алығыҙ. Был һутты спирт менән ҡатыштырып (1:1), консервалап ҡуйырға кәрәк.

Сәстәр асаланһа (остарының икегә айырылыуы)

* Сәсегеҙ йоҡа, асаланыусан булған осраҡта, баш тиреһенә бер үк күләмдә алынған кәбеҫтә, лимон, шпинат һуты ҡатнашмаһын һөртөргә.

* Ҡоро һәм асаланыусан сәстәрҙе йыуыу өсөн ҡатнашма: 1 йомортҡа һарыһы, 1 ҡалаҡ лимон һуты, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы һәм 0,5 стакан йылы һыу.

* Ҡоро сәстәр асаланмаһын өсөн бәпембә йәки юл япрағы төнәтмәһе менән сайырға мөмкин (ваҡлап туралған 1 ҡалаҡ бәпембә йә юл япрағын 1 стакан һыуҙа ҡайнатырға).

Тағы ла бер нисә кәңәш

Әгәр сәсегеҙҙең шыма булып йылҡылдап тороуын теләһәгеҙ, йыуғандан һуң сайҡағанда һыуға бер аҙ ғына (бер литрға өс ҡалаҡ) һеркә (уксус) өҫтәгеҙ.

Сәсегеҙ матур һәм тере булһын өсөн уны даими ҡырҡып торорға кәрәк. ҡыҫҡа сәсте 4 – 6, оҙонон 6 – 10 аҙна һайын тигеҙләп тороу та­лап ителә. Сәсегеҙҙе тиҙ генә дауалап алғығыҙ килһә, йыуыр алдынан йомортҡа һарыһы һылап, йылы итеп урап, ярты сәғәт самаһы шулай тотоғоҙ. Ул сәләмәт бул-һын өсөн шампунде ваҡыты-ваҡыты менән ал­маш­тырып торорға кәрәк. Әгәр ҙә айҙар буйына бер үк шампунь менән йыу­һағыҙ, уның ваҡ ҡына матдәләре сәскә ултырып ҡала башлай һәм улар йыуғанда ла бөтмәй. Һөҙөмтәлә, сәс ауыр һәм майлы булып күренә. Өйҙә яһалған майонез да шулай уҡ сәс өсөн бик файҙалы.

“Йәшлек” гәзитенән һәм “Шоңҡар” журналынан алынды.
Читайте нас: