Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тиҙәр. Емерелеп уңған мул уңышыбыҙҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйһаҡ, һалҡын, буранлы көндәрҙә банкаларҙа һаҡланған тәмлекәстәрҙе асып ҡыуанырбыҙ.
1,5 килограмм баклажан, 1,5 килограмм помидор, 0,5 килограмм татлы борос, 1 баш һарымһаҡ, 1 әсе ҡыҙыл борос, 1 стакан шәкәр, 50 грамм тоҙ, 50 грамм 6 процентлы аш һеркәһе, ярты стакан үҫемлек майы кәрәк.
Помидорҙы, татлы һәм әсе боросто, һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ. Шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы һалып бутайбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе ҡушабыҙ.
Баклажанды түңәрәкләп ҡырҡабыҙ ҙа ҡайнап торған иҙелмәгә һалабыҙ. Көслө булмаған утта 20 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш банкаға тултырып, яҡшылап ҡаплап ҡуябыҙ.
3 татлы борос, 3 әсе ҡыҙыл борос, 150 грамм шәкәр (көрән булһа, бигерәк тә яҡшы), 2-3 ҡалаҡ лимон һуты кәрәк.
Боростарҙы, татлыһын да, әсеһен дә, орлоҡтарын алып турайбыҙ. Блендерҙа ваҡ киҫәктәре ҡалырлыҡ итеп иҙәбеҙ.
Шәкәргә лимон һуты, 3 ҡалаҡ һыу ҡушып, уртаса утҡа ҡуябыҙ. Шәкәр ирегәс, боросто һалабыҙ.Ҡайнап сыҡҡас, күбеген алабыҙ. Шунан һүрән генә утта 45-50 минут ҡайнатабыҙ.
Был конфитюрҙы сыр менән ашағанда тәмле, төрлө иткә ҡушырға ла мөмкин. Тауыҡ итен ҡыҙҙырыр алдынан һылағанда, телде йоторлоҡ була.
1,5 килограмм ташҡабаҡ, 1 килограмм помидор, 6 татлы борос, 6 баш һуған, 2/3 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 2/3 стакан үҫемлек майы, 0,5 стакан 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Үҫемлек майына тоҙ, шәкәр, аш һеркәһен һалып, маринад әҙерләйбеҙ. Ташҡабаҡты, орлоҡтары алынған татлы боросто – һаламлап, һуғанды ярымҡулсалап турайбыҙ, помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ.
Ҡайнап торған маринадҡа ташҡабаҡты һалып, 5 минут бешерәбеҙ. Һуған ҡушып, тағы 5 минут утта тотабыҙ. Артабан татлы борос һалабыҙ. 5 минут ҡайнатҡандан һуң помидор өҫтәйбеҙ ҙә 10 минуттан һүндерәбеҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ, яҡшылап ябабыҙ.
5 килограмм кәбеҫтәгә 100 грамм мүк еләге, 200 грамм кишер, 130 грамм тоҙ кәрәк.
Кәбеҫтәне нәҙек итеп турайбыҙ. Тоҙ һалып, ҡул менән һуты сыҡҡансы ыуалайбыҙ. Мүк еләге менән ҡырғыстан үткәрелгән (йә бик нәҙек итеп туралған) кишерҙе ҡушабыҙ, бутайбыҙ. Һауытҡа тығыҙ итеп тултырабыҙ ҙа, өҫтөн ауыр әйбер менән баҫтырып, бүлмә йылылығында ҡалдырабыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр таҙа ғына таяҡ менән төбөнә еткәнсе «тишкеләп» торабыҙ - һауа сыҡһын. Газ сығыуҙан туҡтағас, кәбеҫтәне һалҡынса урынға ҡуябыҙ.