Дим буйҙары
+10 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
17 Сентября 2019, 14:36
Алманан эремсекле конверттар
Быйыл баҡсала алманың уңышы мул булды. Унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Түбәндәге тәмлекәсте әҙерләп ҡарағыҙ әле.
Кәрәк була:
Ҡамыр өсөн: эремсек - 150 г.рамм, шәкәр - 75 грамм, йомортҡа - 1 дана, тоҙ - бер семтем, көнбағыш майы - 6 ҡалаҡ. ванилин - 1 ҡап, он - 250 грамм, ҡамыр ҡабыртҡыс (разрыхлитель) - 1 ҡап.
Эслек: алма - 3 дана, шәкәр - 100 грамм, дәрсен (корица) - 1 балғалаҡ.
Һибергә:
-Мәк - 1 аш ҡалағы.
Әҙерләү:
Ҡамырҙы бөтә ингредиеттарын ҡушып баҫып, 20 минутҡа урап һалып торабыҙ. Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп 24 см диаметрлы, 5 мм ҡалынлыҡта йәйбеҙ, 8 секторға ҡырҡабыҙ. Һәр өсмөйөштә 3 киҫек (надрез) яһап, ҡалын яғына алманы теҙеп, өҫтөнә шәкәр менән корица һибәбеҙ. Нәҙек яғын әйләндереп конверт яһайбыҙ.Әҙер конверттарҙы майлы табаға теҙеп, өҫтөн 1 йомортҡа һарыһы һәм 0,5 стакан һөт ҡушылмаһы менән һөртөп, мәк һибеп 25 минут тирәһе, алтын төҫкә ингәнсе духовкала бешереп алабыҙ. Хәтәр тәмле була!
https://vk.com
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"