Хуш еҫте туғыҙ ай буйы йыялар, 20 экземплярҙың береһен генә һайлап алалар. Хәҙер республикабыҙға ял итергә килгән туристар тыуған еребеҙҙең тәмен генә түгел, еҫен дә алып ҡайтасаҡ. Киләсәктә хушбуйҙың республиканың визит карточкаһы булыуы ла ихтимал. Флаконды асып ебәреү менән хуш еҫле тәбиғәтле Башҡортостанға ҡайтып әйләнәсәктәр. Шәп бит!
-Мине башҡорт моңо, тәбиғәте һәм “Тыуған яҡ” йыры илһамландырҙы. Хушбуйҙың һауыты йәшмә рәүешендә эшләнгән, ә инде унда төшөрөлгән ҡурай сәскәһе – Башҡортостан символы, ағастың тамырҙары – беҙҙең тамырҙар. Артабан хушбуй 15 мм һауыттарҙа сығасаҡ, - ти парфюмер Надежда Матвеева.