Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Сентябрь 2019, 11:07

Быйыл көҙ ниндәй төҫтәр модала?

Ошо һорауға яуапты йәш стилист Сафина Мөхәмәтйәрова белә. Быйыл көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә ниндәй төҫкә өҫтөнлөк бирергә? Әйҙәгеҙ, белгес кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

2019 – 2020 йылдарҙың көҙ һәм ҡыш миҙгелендә, үҙендә ышаныс тойғоһо уятҡан, көслө һәм ҡыйыу палитра төҫтәре өҫтөнлөк итә. Был төҫтәр беҙҙең эске тойғолар менән ауаздаш. Уларҙың икенсе төҫтәр менән үҙ-ара бәйләнеше беҙҙә иреклеккә ынтылышты һәм үҙ-үҙеңдә уникаллекте тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай.

Классик төҫтәр менән бер рәттән, беҙҙең эс тойғоларҙы күсергән төҫтәр ярҙамында бер универсаль палитра килеп сыға. Беренсе төҫ ул:

1) Чили боросо төҫө. Был төҫ беҙгә тынысһыҙланыу, драма тойғолары бирә. Шуға күрә был төҫтө, әлбиттә, йылы палитралагы көрән һәм аҡһыл көрән төҫтәр менән бергә ҡулланырға кәрәк. Ҡиәфәтегеҙ шунда уҡ йәмләнеп китер!

2) Ҡарағусҡыл өыҙыл. Ул бөтә фактурала ла бик матур буласаҡ.

3) Асыҡ персик төҫө. Был – йомшаҡлыҡ һәм еңеллек тойғоһо уята торған төҫ. Уны бөтә модалы күлдәктә, салбарҙа, өҫкө кейемдә, хатта ир-ат кейемендә осрата алырһығыҙ.

4) Ҡыҙғылт һары. Был төҫ бик сағыу, үҙенә иғтибар йәлеп итеүсән. Әүҙем кешеләргә хас. Шуға күрә лә ул спорт коллекцияларында күберәк осрай.

5) Галактик күк төҫө. Был төҫ бай йөкмәткеле образдарҙың базаһы булып тора.
Читайте нас: