Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Сентябрь 2019, 09:41

Һөҙөмтәле сара

Һуңғы йылдарҙа халыҡ телендә имбир һүҙе йыш ҡулланыла башланы. Был төр культура магазин кәштәләрендә лә күбәйҙе.

Үҙегеҙ менән һәр ваҡыт имбирь йөрөтөгөҙ, тәмәке тартаһы килһә, уның тамырын сәйнәгеҙ. Ул кәнфит һурыуҙан күпкә һөҙөмтәлерәк.

Бынан тыш, имбирлы эсемлек әҙерләргә була. Уртаса ҙурлыҡтағы имбирь тамырын ҡырғыстан үткәрергә, уға бер лимон һуты һәм 100 миллилитр ҡайнар һыу ҡушырға. Теләгән кеше бер сәй ҡалағы бал да өҫтәй ала.

Имбирь – йүтәлгә яҡшы дауа. Тәмәкесене йүтәл борсоғанда унан да һөҙөмтәлерәк сара табыу ауыр. Был эсемлекте көн дауамында аҙ-аҙлап эсергә кәрәк. Ул организмды токсиндарҙан таҙарта, никотинға тартылыуҙы еңергә ярҙам итә.
Читайте нас: