Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Сентябрь 2019, 14:43

Табында - алма таты

Алманан ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй уңған хужабикәләр. Һеҙгә тағы ла бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Алма менән өйрәк ите

5 алма, 600 г өйрәктең итле өлөшө, ярты лимон, 2 балғалаҡ бал, тәменсә тоҙ, тәмләткестәр кәрәк.

Иттең тиреле яғын бер нисә урындан үткер бысаҡ менән бер аҙ ҡырҡа биреп ҡуябыҙ, тоҙ, тәмләткестәр һибәбеҙ һәм ошо яғы менән эҫе табаға һалабыҙ. Бер ни тиклем ҡыҙҙырғас, икенсе яғына әйләндерәбеҙ ҙә әҙер булғансы тотабыҙ. Шунан уны икенсе һауытҡа алып ҡуябыҙ. Һыуына биргәс, итте 1-2 сантиметр ҡалынлығындағы киҫәктәргә бүләбеҙ.

Алманы йыуып әрсейбеҙ, тосон алабыҙ ҙа дүрт өлөшкә бүләбеҙ, бер аҙға лимон һуты өҫтәлгән һалҡын һыуҙа тотабыҙ. Шунан ит ҡыҙҙырылған табаға һалып, 5 минут самаһы ҡыҙҙырабыҙ. Бал өҫтәйбеҙ ҙә 1–3 минуттан утты һүндерәбеҙ.

Табынға биргәндә, ит менән алманы аралаштырып һалабыҙ.

Алма менән быҡтырылған кәбеҫтә

2 алма, уртаса ҙурлыҡтағы ярты кәбеҫтә, 1 кишер, 1 теш һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 3 лавр япрағы, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.

Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ, эҫе майлы табаға һалып ҡыҙҙырып алабыҙ. Уға йыуып әрселгән, ваҡ итеп туралған алманы, ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе өҫтәйбеҙ ҙә 10 минут быҡтырабыҙ. Томат пастаһы, иҙелгән һарымһаҡ, тоҙ, борос, лавр япрағы, саҡ ҡына һыу һалып болғатабыҙ ҙа, ҡапҡасын ябып, ярты сәғәт самаһы һүрән утта быҡтырабыҙ. Табынға биргәндә ҡаймаҡ менән би­ҙәргә.


Читайте нас: