5 кг бешкән помидорҙы, яртышар килограмм татлы борос, алма һәм кишерҙе, 250 г һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә. 250 г үҫемлек майы, тәменә ҡарап асы борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 сәй ҡалағы шәкәр һәм бер бәйләм ваҡланған петрушка өҫтәргә. Ҡапҡасын ябып, 1 сәғәт, артабан артыҡ һыу парға әйләнһен өсөн сәғәт ярым ҡапҡасын асып бешерергә. Стерилләнгән банкаларға һалырға һәм ҡапҡастарын ябырға.
Берәр килограмм помидор, кишер, һуған һәм татлы борос алына.
Йәшелсәләрҙе йыуып, ваҡлап турарға һәм кәстрүлгә һалырға. Бер стакан һыу, бер стакан көнбағыш майы, бер стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ өҫтәргә. Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут бешерергә. Стерилләнгән банкаларға тултырып, төрөп ҡуйырға.
2 кг ташҡабаҡты һәм 2 баш һарымһаҡты ит турағыс аша үткәрергә, 350 г томат пастаһы, бер стакан көнбағыш майы, тулы булмаған бер стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәйенсә) өҫтәргә. 30 минут бешерергә, 100 г уксус һәм 1 сәй ҡалағы асы ҡыҙыл борос һалырға. Банкаларға тултырғас ҡапҡастарын ябырға.
2,5 кг ташҡабаҡты, яртышар килограмм һуған менән кишерҙе турарға, 5 дана татлы борос, 200 г һарымһаҡ, тәменә ҡарап йәшел тәмләткестәр (һуған, петрушка, укроп) өҫтәргә. Бер стакан көнбағыш майы, бер стакан шәкәр, 150 мл аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, корейса кишер өсөн тәғәйенләнгән тәмләткестәрҙе һалырға. Бөтәһен бергә бутап, ике сәғәткә ҡалдырып торорға. Банкаларға тултырырға һәм ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут духовкала стерилләргә.