Әгәр теш ҡаҙналығы ҡанай башлағанын һиҙһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай ғына табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, - тип хәбәр итә "Интертат".
Ғәҙәттә, теш ҡаҙналығы ҡанағанда, кешеләр стоматологҡа мөрәжәғәт итә. Улар пародонтоз ауырыуы тип уйлай. Ләкин теш ҡаҙналығы оҙаҡ ваҡыт дауамында ҡанап йөрөһә, был ҡанда яман шеш - лейкемия билдәһе булыуы мөмкин.
Әлеге билдә ҡанда тромбоциттар һаны кәмеүен күрһәтә. Был осраҡта ҡан ойомай башлай. Шуға күрә әлеге билдәне һиҙеп алыу менән үк ҡан анализы бирергә кәрәк.
Лейкемия ваҡытында тән аҡһыл төҫкә керә, тән температураһы кинәт кенә күтәрелә, йыш ҡына баш ауырта башлай, ҡалтырата. Кешенең ҡорһағы зурайырға, йәки киреһенсә, ҡапыл ғына ябығырға мөмкин.
Ҡан яман шеше менән ауырып китеү ҡурҡынысы теләһә ҡайһы йәштә була ала. Шуға күрә һаулыҡҡҡа һәр саҡ иҡтибарлы булырға кәрәк.