Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2019, 12:29

Иң файҙалы һәм зыянлы Рәсәй аштары

Беҙ яратып ашаған аштарҙың иң зыянлыһы – солянка.

Табиптар фекеренсә, нәҡ ошо ашта тоҙ һәм майҙар иң күбе.Ә бына иң файҙалыһы – йәшелсәләрҙән бешерелгән вегетариан ашы.

“Йәшелсәләрҙән бешерелгән аш – туҡлыҡлы матдәләр сығанағы”, -ти диетологтар.Әйтеүҙәренсә, холестерин миҡдары юғары булған кешеләргә ашҡа ит һайлағанда майлы ит хаҡында онотоп тороу хәйерле. Шулай уҡ беренсе һурпаны түгергә икәнлекте лә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Был малдар ризығына ҡушылған гормондар һәм антибиотиктар беҙ ашай торған һурпаға эләкмәҫ өсөн дә эшләнә.

Бер нисә төрлө иттән бешерелгәнгә күрә, солянканың калориялығы ла юғары, шуға ла был ашты зыянлы тиергә була. Ә инде тоҙло ҡыяр һәм ашҡа һалынған ыҫланған ит ризыҡтары был ашамлыҡты йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, юғары ҡан баҫымы, кәүҙә ауырлығы юғары булғандар өсөн айырыуса хәүефле итә.

Бәшмәк ашы ла белгестәрҙең ыңғай баһаһын алмаған. Табиптар унда ашҡаҙан эшсәнлеген тиҙләтә торған экстрактив матдәләр артыҡ күп тигән фекерҙә.

“Гастроэнтерология проблемалары булғандар өсөн бәшмәк ашы ашау кәңәш ителмәй”, - тиҙәр белгестәр.

Ә бына йәшелсәләр бешергән ваҡытта һурпаға ашҡаҙан-эсәк эшсәнлеге өсөн мөһим булған файҙалы микроэлементтарын (калий, магний) бирә. Табиптар ашты көн һайын ашарға тәҡдим итә, әммә уларҙы һайлағанда иғтибарлы булыу кәрәк.

“Кеше үҙен һау-сәләмәт һәм көр хис итһен өсөн аш ашау мотлаҡ кәрәк”, тиҙәр диетологтар.

"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас: