Дим буйҙары
-9 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Сентябрь 2019, 14:58

Виноградты нисек дөрөҫ ҡышлатырға?

Виноградты ҡырҡыу өсөн иң ҡулай ваҡыт – октябрь аҙағы-ноябрь башы.

Күптәрҙе беренсе ҡырау ҡурҡыта, әммә өлгөргән виноград ботағы өсөн ҡурҡыныс түгел. Өлгөргән бер йыллыҡ ботаҡтар көрән йәки һарғылт төҫтә була. Уларҙы йеүеш ергә һалғансы, туң ҡоро ергә йәйеү яҡшыраҡ. Ботаҡтарҙың һыуыҡтар башланғанда өлгөрөп етеүен, япраҡтар (ҡалған булһа) туплаған туҡлыҡлы матдәләрҙе ботаҡтарға биреүен һәм был процестың ваҡытынан алда туҡтатыу дөрөҫ булмауын аңларға кәрәк. Бөтәһенән дә элек зәғиф, хәлһеҙ ботаҡтарҙы, уларҙың өлгөрөп етмәгән өлөшөн ҡырҡалар. Бары тик тейешенсә өлгөргән 6 мм һәм унан да ҡалыныраҡ бер йыллыҡ ботаҡтарҙы ғына ҡалдырырға. Уларҙан уңыш бирә торған звено формалаштырабыҙ. Уңыш бирә торған звено - уңыш бирә торған һабаҡ (4-12 күҙ) һәм алмаш сыбыҡ (2-3 күҙ) йыйылмаһы. Бында елпеүесле (веерлы) формалаштырыу тураһында һүҙ бара. Өлгөргән ботаҡтарҙы үҫентеләр үҫтереү өсөн файҙаланырға була.
Ошо рәүешле әҙерләгән виноград ҡыуаҡтарын көлтә итеп бәйләргә һәм үҫентеләрҙе бер-береһенә ҡаршы яҡҡа бөгөп, махсус әҙерләнгән ҙур булмаған соҡорға һалып ятҡырырға. Ҡыуаҡ аҫтына үҫемлек ҡалдыҡтары һалып ҡалдырырға, өҫтөн дым үткәрмәй торған материал (толь, рубероид, шифер) менән ҡапларға. Ҡар ваҡытында ятһа, ошо япма ла етәсәк. Әгәр ҡар ятмайынса һыуыҡтар башланһа, виноградтты өҫтәмә рәүештә ҡапларға тура киләсәк. Яҙғылыҡ ултыртылған йәш үҫентеләрҙең өлгөргән ботағына ҡәҙәр ҡырҡырға һәм 5-10 литрлы пластик һыу шешәһенән яһалған ҡапҡас менән ҡапларға була. Һауа инһен өсөн төбөн бер нисә урындан тишергә онотмағыҙ. Өҫтөнә тупраҡ һалығыҙ

Читайте нас в