Дим буйҙары
+8 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
23 Сентября 2019, 08:38
Теш щеткаһын ташламағыҙ
* Ауыҙы тар вазаларҙы нисек таҙартырға белмәйһегеҙме? Ябай дөгө ярҙам итер. Ваза эсенә бер ҡалаҡ дөгө һалығыҙ һәм шуға һабынлы һыу өҫтәгеҙ. Аҙ ғына бутап ебәрһәгеҙ, вазағыҙ яңы алған кеүек булыр.
* Өйөгөҙҙө бесәй тотһағыҙ, был кәңәш һеҙҙең өсөн. Диван өҫтөнәнән бесәй йөнөн йыйып алыу өсөн резина бирсәткә кейегеҙ ҙә, уны еүешләп, диван өҫтөн һыпырып алығыҙ: бесәйҙең йөндәре бирсәткәгә йыйыласаҡ.
* Салат япраҡтарын тоҙло һыуҙа йыуһаң һәйбәтерәк.
* Ағастан эшләнгән мебелде аяҡ кейеме кремы ҡулланып та яңыртырға мөмкин. Төҫөн генә тура килтереп һайлау кәрәк.
* Һыуға аҙ ғына шәкәр һалып, шуның менән сайҡаһығыҙ, ҡулдағы май бөтөр.
* Иҫке теш щеткаһын ташламағыҙ – кафель плиткалар араһын йыуырға бик уңайлы ул.
* Линолеумға элекке матурлығын ҡайтарыу өсөн теш пастаһы менән ялтыратырға кәрәк.
* Ҡәһүә фильтрҙарын телевизор һәм компьютер экрандарын таҙартыу өсөн ҡулланырға була.
''Алға' гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"