Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
25 Сентября 2019, 17:24
Ни өсөн йорт янына ҡайын ултыртырға ярамай?
Ҡайын бейек һәм эре ағас төрҙәренә ҡарай, ул 30 метрға саҡлы үҫергә, ә олоно метр ярымға етеүе мөмкин.
Шуға күрә йорт янына ултыртҡанда уның, ныҡ ҙурайғас, нигеҙҙе ҡаҡшатыу, ауып төшкәндә электр сымдарын өҙөү ихтималлығын да иҫәпкә алмай булмай.
Боронғо славян ырымдарына ярашлы, аҡ олонло был ағаста изге йәки яуыз рухтар йәшәй. Шуға күрә ҡайынды йорттан алыҫыраҡ, ҡапҡа тирәһенәрәк ултыртырға тырышҡандар. Был саҡта ул өйҙө һәм ихатаны яуыз көстәрҙән һаҡлай ала икән.
Икенсе версияға ҡарағанда, ҡайын үҙ үлеме менән үлмәгән һәм тыныслана алмаған йән эйәһенең ояһы булып тора. Тиҙ ышаныусан кешеләрҙең ҡайынды йортҡа яҡын ултыртмауы хәйерлерәк. Ә ҡалғандар йорт биләмәһен планлаштырғанда хужалыҡ мәнфәғәтәренән сығып эш итер, моғайын.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"