Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2019, 11:41

Бамбук туҡымаға ихтыяж арта

Хәҙерге быуын йәштәре замандан артта ҡалмаҫҡа тырыша. Хатта беҙ ғәҙәтләнгән түшәк кәрәк-яраҡ урынын башҡа туҡымаларҙан сифаты, экологик йәһәттән таҙалығы, аллергия тыуҙырмаусанлығы яғынан ныҡ айырылған бамбук япмалар, мендәр-юрған тыштары алды.

Тап ошо сифаттары өсөн атай-әсәйҙәр сабыйҙарына бамбуктан етештерелгән түшәк кәрәк-яраҡҡа өҫтөнлөк бирә.

Был тауарҙарҙың Рәсәй баҙарына сағыштырмаса яңыраҡ килеп инеүенә ҡарамаҫтан, уларға ихтыяж артҡан­дан-арта бара. Барыһына ла шул “аҡыллы баштар” — япондар сәбәпсе инде. Бамбук, әрһеҙ үҫемлек булғанлыҡтан, ҡайҙа, нисек теләй, шулай үҫә, артыҡ тәрбиә талап итмәй. Шулай булғас, ниңә уны әйбер етештереүҙә киң ҡулланмаҫҡа?

Япондар, уйлана торғас, бамбук сүсе етештереү технологияһын уйлап таба. Туҡыма етештереүҙә үҫемлек сеймалы түгел, ә целлюлозанан етештерелгән сүс ҡулланыла. Ә был — бик ҡатмарлы һәм ҙур көс талап иткән хеҙмәт, шуға күрә бамбуктан эшләнгән тауарҙар ҡиммәт тә.

Алты этаптан торған технологик процестың нескәлектәренә туҡталып тормайыҡ. Ә ни өсөн бамбуктан етештерелгән туҡыма барыһынан да яҡшыраҡ тигән һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Бамбук туҡыманан тегелгән әйбер­ҙәр тән тиреһенә яҡшы тәьҫир итә, аллергия тыуҙырмай. Материалға бактерияға ҡаршы тороусанлыҡ үҙенсәлеге хас, туҡымаларҙың башҡа бер төрөндә лә бындай сифат юҡ. Үткәрелгән тәжрибәгә ярашлы, ту­ҡымаға урынлаштырылған бактерия­ларҙың өстән ике өлөшө тәбиғи рәүештә юҡҡа сыҡҡан. Туҡыманы бер нисә тапҡыр йыуғандан һуң да был хәл үҙгәрмәй.

Туҡыма йылылыҡты көйләү үҙенсәлегенә эйә. Һыуыҡ булғанда — ул йылыта, эҫе ваҡытта — һалҡынлыҡ бирә. Өҫтәүенә бамбук туҡымаһы бик ныҡ, оҙаҡ ваҡыт файҙаланып буласаҡ. Үҙе йомшаҡ, ебәктәй нәфис.
Читайте нас: