Уны ике төрлө эшләргә була: йәшелсә һурпаһы нигеҙендә һәм, туҡлыҡлыраҡ булһын тиһәгеҙ, ҡуйы һөт ҡушып ебәрергә мөмкин. Тағы бер үҙенсәлеге: был аш бер көн торғандан һуң тағы ла татлыраҡҡа әүерелә!
Әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ:
Үҫемлек майы – 2 аш ҡалағы
Ҡара борос – теләк буйынса
Өҫтәлгә йәшел үләндәр, ҡыҙыл борос, кипкән икмәк, ҡабаҡ орлоғо, ҡурылған ит киҫәктәре ҡушып бирергә мөмкин.
Ҡабаҡты таҙартып, ваҡ итеп турағыҙ. Һуғанды турап, табала ҡурығыҙ. Уға һарымһаҡты ваҡлап өҫтәгеҙ. Артабан ҡабаҡты ла ҡушып, бер нисә минут ҡурығыҙ. Йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, һыу ҡойоғоҙ. 20 минут самаһы бешерегеҙ. Блендер менән пюре яһағыҙ, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Теләк буйынса ҡуйы һөт ҡушырға мөмкин. Өҫтәлгә өҫтә телгә алынған тәмләткестәрҙе ҡушып бирегеҙ.