Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2019, 13:35

Бер сумаҙан ризыҡ урлағандар

Төркиәнең Анталья курортындағы өс йондоҙло ҡунаҡханаһында йәшәгән Рәсәй туристары ҡайтып киткәндә үҙҙәре менән... бер сумаҙан ризыҡ алып ҡайтырға уйлаған.

Әммә уйлаған ниәттәре барып сыҡмаған: уларҙы ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре тотҡарлаған.

Әйтеүҙәренсә, туристарҙан ҡунаҡхананан сығып барғанда сумаҙандарын асып күрһәтеүҙәрен һорағандар. Улар күп итеп һыу тултырылған шешәләр, еләк-емеш, иртәнге аш өсөн ризыҡтар алған булған.

Ҡуунакҡхана етәкселеге әйтеүенсә, туристар күп осраҡта йүнәлтмәләргә барыһы ла ингән” тигән һүҙҙе дөрөҫ аңламай. Был юлы ла улар “беҙ барыһы өсөн дә түләнек” тигән уй менән эш иткән. “Күпме теләйҙәр, шул ҡәҙәр ашаһындар, бер проблема ла юҡ, әммә ниңә ризыҡты сумаҙанға төйәп алып сығып китергә инде?” – тиҙәр улар аптырап.

''Өмөт' гәзитенән.
Читайте нас: