Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2019, 22:58

Ҡартайыу... аяҡтан башлана

Бер нисә мең йыл элек табиптар организмдың ҡартайыуы нәҡ бына аяҡтан башланыуын асыҡлаған. Теүәлерәге — аяҡ табанынан.

Ҡытай медицина ҡанундары буйынса, кәүҙәнең был өлөшөндә кеше органдарының дөрөҫ эшләүенә яуап биреүсе актив нөктәләр бар. Улар менән шөғөлләнмәгән осраҡта, организмдың һулыш алыуы насарая. Һөҙөмтәлә, был һәр ағзаның ҡартайыуына килтерә. Йәш ҡалыуҙың төп сере — аяҡтарҙы нығытыуҙа.

Организмдың ҡартайыуын тотҡарлаусы ниндәй ысулдар бар һуң? Ҡытай табиптарының зирәклегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. .

Беренсе кәңәш: гимнастика.

Һис шикһеҙ, аяҡ остарына, үксәгә, шулай уҡ аяҡ табанының тышҡы һәм эске яҡтарына баҫып йөрөргә кәрәк. Был аяҡ мускулдарын һәм һөйәктәрен нығыта, шул иҫәптән ҡан әйләнешен дә яҡшырта. Тимәк, эске органдарҙың да эшсәнлеге яҡшыра.

Икенсе кәңәш: табандарҙы һуҡҡылап алыу.

Хәтта телевизорға текәлеп ултырғанда ла кәүҙәгеҙгә файҙа яһағыҙ. Аяҡ бармаҡтарының аҫҡы өлөшөнә йомшаҡ ҡына бәргеләргә кәңәш ителә. Бының өсөн ҙур булмаған ағас йәиһә резина сүкеш ҡулланырға була. Бөтә кәүҙә буйлап рәхәт йылылыҡ таралғансы һуғабыҙ. Был Ҡытай медицинаһында аяҡтар һәм бар кәүҙәнең ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе һанала.

Ә бына күҙҙәре насар күрә башлағандарға аяҡтарының икенсе һәм өсөнсө бармаҡ аҫтарына һуҡҡыларға кәңәш ителә. Табандың был урыны күҙ менән рефлектор бәйләнгән. Күнегеүҙе 5 минут тирәһе яһарга кәрәк.

Өсөнсө кәңәш: массаж.

Ҡытай табиптары табандағы юн-цюань нөктәһен даими массажлап торорға саҡыра. Былай эшләгәндә ҡан әйләнеше һәйбәтләнә, аяҡ мускулдары йомшай. Йоҡоһоҙлоҡ, невроз ауырыуҙары булғанда ла ярҙамы ҙур. Юн-цюань нөктәһенә бер туҡтауһыҙ 20 тапҡыр баҫырға кәрәк. Башта бер аяҡҡа, унан һуң икенсеһенә. Иртән дә, кисен дә эшләһәң яҡшы.

Икенсе төр массаж — аяҡтарҙы 38 градуслы һыуҙа ҡыҙарғансы тоторға кәрәк. Шунан һуң ике ҡулдың баш бармаҡтары менән бер юлы ике аяҡтың шул юн-цюань нөктәһенә бер туктауһыҙ 80 тапҡыр массаж яһарға кәңәш ителә. Аҙаҡтан ҡулдар менән бөтә аяҡ табанын 3-5 минут ышҡырға ҡушыла.

Дүртенсе кәңәш: йәйәү йөрөү.

Оҙаҡлап йәйәү йөрөү бөтә организмға ла сихәт бирә. Ялан аяҡ өйҙә генә түгел, урман һуҡмаҡтары буйлап, баҡсалағы үләндә, сирәмдә, газонда йөрөһәгеҙ ҙә яҡшы. Ни ҡәҙәр иртәрәк йәйәү йөрөй башлаһағыҙ ҙа шул ҡәҙәр оҙағыраҡ йәшәрһегеҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт!

“Ҡыҙыл таң” гәзитенән.
Читайте нас: