Дим буйҙары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 11:52

Рауза ҡыуаҡтарын ҡышҡа әҙерләнегеҙме?

Баҡсағыҙҙа үҫкән рауза ҡыуаҡтарын ҡышҡа әҙерләнегеҙме, әллә...

Уларҙың өҫтөн ҡапларға ашыҡмағыҙ. Тәүге ҡырау төшөүгә тиклем йылытырға кәрәкмәй, улар еңелсә һыуыҡҡа түҙемле. Температура минусҡа төшкәс кенә ҡапларға була.

Рауза ҡыуағын тәбиғи материалдан эшләнгән еп менән бәйләргә кәрәкмәй. Ул дымды тиҙ ала, шуға серей. Иң яҡшыһы: полипропилен шпагат ҡулланыу.

Ҡыуаҡта япраҡтарҙы ҡалдырмағыҙ, уларҙа, ғәҙәттә, инфекция процестары әүҙемләшә.

Ҡыуаҡ төбөнә ағас сүбен һалмағыҙ, ул серей, ә йылға ҡомо менән торф оҙаҡ ятып тығыҙлана, дым тарта. Шуға ла компост, ҡом, торфтан торған ҡатнашма һалығыҙ.

Ҡыуаҡ төбөнә ҡойолған япраҡты ла түшәргә кәрәкмәй. Улар инфекция сығанағы булып тора. Уның урынына ҡоро имән япрағын ҡулланығыҙ. Өҫтөн пленка менән ҡаплағыҙ.

Үрелмә рауза ботаҡтарын ҡоро ергә ҡуймағыҙ. Аҫтына пленка ла ҡуймағыҙ. Яҙ көнө унда һыу йыйыласаҡ. Иң яҡшыһы – ҡалын пенопласт йәки пластик шешәләрҙән эшләнгән «баҫма» ҡуйып ҡалдырығыҙ. Ҡоро ла була, ¬сысҡандарҙың да теше үтмәйәсәк.

Рубероид йәки полиэтилен менән ҡапламағыҙ. Ҡалын ҡар аҫтында улар һығылып, ҡыуаҡҡа зыян килтерергә мөмкин. Аҫтарында ел дә йөрөмәй. Был осраҡта нескә дуға менән лутрасил тигән тығыҙ материал ҡулланырға була. Уны магазинда һаталар.

Раузаларҙы металл биҙрә йәки бак менән дә ҡапларға ярамай. Улар үҙенә һыуыҡты тарта.
Читайте нас: