Әҙ-әҙләп он (1,5-2 стакан) ҡушып, ҡамыр баҫырға һәм ике тигеҙ өлөшкә бүлергә. Ҡабығы менән 1-2 лимонды (әфлисун да ярай) ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, блендерҙа иҙергә. Бер стакан шәкәр ҡомо ҡушырға. Ҡамырҙың яртыһын табаға һалырға, ситтәрен бер аҙ күтәрергә, тигеҙләп эслек һалырға һәм ҡалған ҡамыр менән ябырға. Духовкала 180 градуста 30 минут бешерергә.