Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Октябрь 2019, 01:26

Шеште һурыу көсөнә лә эйә

Һуғандың насар бактерияларға ҡаршы көслө сара икәнен бөтәһе лә беләлер. Бал ҡушылған сей һуған һутын йүтәл, пневмонияны дауалағанда ҡулланалар, ҡолаҡ һыҙлағанда компрес һалалар, температура булғанда аяҡҡа ыуалар. .

Бешергәс тә һуған файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай, ә уның тәм һәм еҫ биргән эфир майҙары ғына бөтә. Ҡайһы осраҡта бешкән һуғанды ҡулланырға була? Түбәндәге кәңәш һеҙҙең өсөн.

1. Бешкән һуған язва һәм уңалмаған яраға бик килешә. Уның өсөн йәшелсәне тышы менән бешереп, ауыртҡан урынға бер нисә тапҡыр һалырға кәрәк.

2. Бешкән һуған һыҙлауыҡ кеүек ҙур шеште лә һурыу һәләтенә эйә: уны йылы килеш көнөнә 20 минут тирәһе ҡуйып торһаң, яҡшы һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

3. Төшкән йыуан эсәкте дауалай, сөнки ул төрлө инфекцияға ҡаршы тороуға һәм тире күҙәнәктәренә яңынан үрелеп үҫеүгә булышлыҡ итә.

4. Тамырҙарында ҡан төйөлөп ыҙаланғандарға бешкән һуғанды йыш ашарға кәрәк. Инфаркт, инсульт үткәргәндәргә көн дә ашаһа ла ҡамасау итмәҫ.

5. Шәкәр диабеты, шулай уҡ ҡанында шәкәр күбәйергә генә торғандарға һәр иртә ас ҡарынға бешкән һуған ашап, тулы дауаланыу курсы үтергә мөмкин. Файҙаһы бер аҙнанан уҡ һиҙелер, сөнки йәшелсәләге көкөрт һәм тимер ҡандағы глюкозаны нормаға ҡалдыра, бауыр менән ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген көйләй.

6. Гипертония, атеросклероздан яфаланғандарға бешкән һуған – бик яҡшы дауа, сөнки ул ҡан тамырҙарын таҙарта, ҡан баҫымының һикереүен туҡтата.

Бына шундай дауалау һәләтенә эйә ул һәр саҡ ҡул аҫтында ғына булған йәшелсә.

Дауаланыу алдынан, әлбиттә, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: