2017 йылда мышылар һаны 22,4 мең булған, 2018 йылда улар 24,6 мең булып киткән, ҡабандар 8,6 мең булһа, хәҙер 7,4 мең, ҡоралайҙар 21,3 мең булған, хәҙер 20,8 меңгә ҡалған. Тейендәр популяцияһы 12,1 меңдән 14,2 мең башҡа барып еткән, ә ҡуяндар өс меңгә артып киткән: 27,1 меңдән 30,1 мең башҡа еткән. Төлкөләр һаны 800 меңгә артҡан – 8 меңдән 8,8 меңгә еткән, бүреләрҙең 677 башҡа артҡанлығын иҫәпләп сығарғандар (468 булған), айыуҙар 200 башҡа күбәйгән - 2,2 меңдән 2,4 меңгә еткән. Һуйыр, ҡор, селдәр һаны кәмегән - 45,4 меңдән 38,3 меңгә, ҡор - 209,6 меңдән 168,7 меңгә, сел - 94,9 меңдән 91,5 меңгә ҡалған.