Дим буйҙары
+26 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
16 Октября 2019, 07:56
Номерһыҙ автомобилдәрҙә йөрөү тыйыласаҡ
2020 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа теркәү билдәләре булмаған яңы автомобилдәрҙә йөрөүҙе тыясаҡтар..
Шул рәүешле, хәҙерге ваҡытта гәмәлдә булған яңы машинаны иҫәпкә ҡуйыу өсөн 10 көнлөк срок тураһындағы норма ғәмәлдән чсығарыласаҡ.
Машинаны теркәү менән автомобилде һатҡан дилер шөғөлләнәсәк. Автосалонға документтарҙы ЮХИДИ идараһына тапшырыу, номерҙар әҙерләү, шулай уҡ асҡыстар һәм номер табличкалары менән барлыҡ документтар комплектын автомобиль һатып алыусыға тапшырыу хоҡуғы биреләсәк.
Әлеге яңылыҡ икенсел баҙарҙа һатып алынған автомобилдәргә ҡағылмаясаҡ. Уларҙың элеккесә үк автомобилде иҫәпкә ҡуйыу өсөн 10 көн ваҡыты буласаҡ. Был машина йөрөтөүселәргә үҙ төбәгенә ҡайтыу өсөн ваҡыт кәрәк булыу ихтималы менән бәйле.
“Өмөт” гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"