Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь 2019, 18:21

Япондар дельфиндарҙы ҡыра

Япония балыҡсылыҡ сәнәғәте донъя океаны һәм диңгеҙҙәрҙәге иң аҡыллы балыҡтарҙы күпләп аулай башлаған.

Был вәхшилек ярты йыл дауамында алып барыла. Балыҡ тотоусылар дельфиндарҙы йыртҡыстарса ҙур ау ярҙамында бухтаға ябалар. Шулай итеп, уларға 1500 дельфин ауларға рөхсәт бирелә. Ауҙарҙы оҙаҡ ваҡыт алмай тороу һөҙөмтәһендә йөҙләгән балыҡ һәләк була һәм һаҫып ята. 2019 йылдың 30 июненән япон балыҡсылары кит балығын да күпләп аулай башлаған. Уларҙы аулау донъя кимәлендәге килешеүҙәр нигеҙендә тыйылһа ла. Бына шулай, йәмәғәт, кемгәлер 30 сантиметрлы балыҡ тоторға ла ярамай, ә кемгәлер 30 метрлыһын тоторға ла мөмкин.

“Өмөт” гәзитенән.
Читайте нас: