Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2019, 10:34

Яран гөлдөң файҙаһы

Ярандың дауалау үҙенсәлектәре тураһында Урта быуаттарҙа уҡ билдәле булған. Халыҡ медицинаһында уның төнәтмәһен диабеттан, диареянан, бөйөр, бауыр ауырыуҙарынан, йөрәк тибеше көслө булғанда, ревматизмдан, шулай уҡ баш ауыртыуынан, бөйөрҙә таш булғанда һәм ҡанды туҡтатыу сараһы булараҡ ҡулланғандар. Ҡайһы бер халыҡ табиптары яранды онкология сирҙәренә ҡаршы файҙалана.

Төнәтмә әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы яран япрағына ике стакан ҡайнап бүлмә температураһына тиклем һыуынған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдыралар. Иртәгәһенә көн дауамында әҙ-әҙләп йотомлап эсергә кәрәк.

Ҡан баҫымын нормаға килтереү өсөн яран япрағын беләҙектәге пульсҡа ҡуйырға мөмкин. Невралгиянан яңы ғына өҙөп алынған гөл япрағы ауыртҡан урынға ҡуйып, өҫтөнән етен туҡыма ябып, йылы шарф менән бәйләргә. Был осраҡта япраҡты бер нисә тапҡыр алмаштырып торорға кәрәк. Отит ваҡытында яран япрағын ҡолаҡҡа ҡуйырға мөмкин. Экземаны дауалау өсөн бер нисә япраҡты һыуҙа 5-7 минут ҡайнатырға, һуңынан шул ҡатнашманан ауыртҡан урынға сылатҡыстар ябырға була.

Арығанда, деперессиянан, баш ауыртҡанда гөлдө еҫкәү кәрәк. Бының өсөн гөлгә ҡағылыу ғына ла етә, йәиһә бер япрағын алып бармаҡтар араһында ыуаларға мөмкин. Йоҡо тыныс булһын өсөн бер-нисә көршәк яран гөлөн йоҡо бүлмәһендә тоторға кәңәш ителә.

Майы күҙәнәктәрҙе яңыртып, йәшәртеү көсөнә эйә.бының өсөн дарыуханала һатылған ярандың эфир майын бер тамсы төнгөлөккә биткә һөртә торған кремға ҡушырға кәрәк. Бер аш ҡалағы зәйтүн майына бер тамсы яран майын ҡушһаң, янған урындың эҙемтәләрен, сабыртмаларҙы бөтөрөргә ярҙам итә.

Яран гөлөн йортто кире энергиянан һаҡлаусы тылсымлы үҫемлек булараҡ та үҫтерергә мөмкин. Шулай уҡ ул өй эсендәге һауаны хәҙерге заман биҙәү материалдары, газ приборҙары бүлеп сығарған ағыулы матдәләрҙән, микробтарҙан таҙарта. Уның еҫен серәкәйҙәр, себендәр, көйә һәм сысҡан яратмай.
Читайте нас в