Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Октябрь 2019, 09:58

Баландың дауалау көсө

Баланды кулинария һәм косметологияла ғына түгел, рәсми һәм халыҡ медицинаһында берҙәй киң ҡулланалар.

Уның составында файҙалы матдәләр ифрат күп. Ҡыуаҡтың ҡайырын да, емешен дә, ботағын да, япрағын да, сәскәһен дә, орлоғон да белеп кенә файҙаланырға кәрәк. Уларҙы йыйыу, әҙерләүҙең үҙ ваҡыты һәм алымы була.

Баланды йөрәк, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән яфаланғанда ҡулланалар. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙар менән дә көрәшергә ярҙам итә. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалта.

Йөрәк сиренән йонсоғонда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә кәрәк.Ә ағасының ҡайырыһынан эшләнгән төнәтмә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы.

Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. 1:1 нисбәтендә уға йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10-15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн уның емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.

Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20-30 минут ҡайна-тырға. Һуңынан 1 стакан бал өҫтәп, көнөнә 5 тапҡыр 2-3 ҡалаҡ эсергә.

Ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда яңы ғына йыйылған тәлгәштәрҙе ағас һауытҡа һалып иҙеп, 3 стакан эҫе һыу (ҡайнар булмаһын) ҡойоп, 30-40 минут төнәтеп эсергә мөмкин. Көн дә яңыртырға.

Ҡан баҫымы юғары булғанда 40 г емеште иҙеп, 200 г күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне ашар алдынан көнөнә 4-5 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсәләр.

* Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Атайсал" гәзитенән.
Читайте нас: