Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Октябрь 2019, 12:26

Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

Башҡорт халҡының милли кухняһы ифрат бай. Ул үҙенең төрлөлөгө, тәмлелеге менән генә түгел, сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы менән дә айырылып тора.

Мәҫәлән, ҡымыҙ, бал һәм ҡоротто ғына алайыҡ. Уларҙың шифалы үҙенсәлектәре һәм әллә күпме ауырыуға дауа булып тороуы хаҡында күптән билдәле.

Бөгөн ошондай уҡ шифалы ризыҡтарыбыҙҙың береһе – талҡанға туҡталып үтәйек. Билдәле булыуынса, уны борон ата-бабаларыбыҙ бойҙайҙан әҙерләгән. Тәүҙә бойҙайҙы утта ҡыҙҙырып, ҡурмас эшләнгән. Һуңынан уны ҡул тирмәнендә тартып, майға ҡушып йомарлағандар. Бына шулай әҙерләнгән талҡан. Бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә организм өсөн файҙаһы ғәйәт ҙур. Әйткәндәй, ул туҡлыҡлы, асығыу тойғоһон тиҙ баҫа. Өҫтәүенә, боҙолоп бармай, юлда йөрөгәндә уңайлы. Асыҡтыңмы, тиҙ генә ҡапҡылап алырға мөмкин. Борон шулай иткәндәр ҙә, юл моҡсайҙарына талҡан, киптерелгән ҡорот һалып алғандар.

Әле лә республикабыҙҙың ауылдарында өҫтәл түрендә был ризыҡты күрергә мөмкин. Айырыуса Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарында милли ризығыбыҙ – талҡанды онотмайҙар.

Талҡанда аҡһымдар һәм углеводтар организм тарафынан үҙләштерелеү өсөн иң кәрәкле күләмдә. Бынан тыш, унда бик мөһим минераль матдәләр – цинк, магний, тимер, кальций, селен да бар. Уны үҙләштереү өсөн артыҡ энергия талап ителмәй. Шыттырылған бойҙайҙан әҙерләнгән талҡан айырыуса яҡшы. Уның организмдағы мөһим процестар өсөн яуап биреүсе мейегә файҙаһы ҙур.

Талҡандың тағы бер шифалы үҙенсәлеге шунда: ул эсәктәр аша үткәндә үҙенә ағыулы матдәләрҙе һеңдерә һәм организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.

Күҙәнәклеккә бай булыуы сәбәпле, талҡан эсәктәр эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, эс ҡатыуынан арынырға булышлыҡ итә, шуның эҙемтәһе булараҡ, тирене таҙарта.

Уның ярҙамында яралар бөтәшә, тире йәшәрә, сәс яҡшы үҫә, тырнаҡтар һыныуҙан туҡтай.

Шәкәр диабеты менән сирләүселәр өсөн дә талҡан бик яҡшы аҙыҡ булып тора. Ғәҙәттә, диабетиктарға ҡарабойҙай ярмаһы ашарға ҡушалар. Әммә уны көн һайын ҡуллана башлаһаң, ялҡыта. Ә талҡан аҡһымдарға бай булыу йәһәтенән бер ҙә ҡалышмай. Өҫтәүенә, төрләндереп, унан башҡа ризыҡтар әҙерләргә мөмкин.

Һуңғы ваҡытта, талҡанды яман шештең ҡайһы бер төрҙәрен иҫкәртеүҙә файҙаланырға мөмкин, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә башланы. Мәҫәлән, күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефенә ҡараған ҡатындарға файҙалы. Шулай уҡ көн һайын уны туҡланыу рационына индергәндә, йыуан эсәк рагы менән сирләү хәүефе лә кәмей.

Ҡайһы бер ауырыуҙарҙы дауалауҙа талҡанды ҡулланыу ҙа иҫ киткес һөҙөмтә бирә. Ауырыуҙарҙың күреү һәләте яҡшыра, тештәре нығый, хәрәкәтсәнлеге арта, сәстәре ҡуйыра һәм битенең төҫө матурая. Йәғни организм йәшәрә. Талҡандың үпкә ялҡынһыныуы, ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһы, экземаны, бөйөр һәм үт ҡыуығындағы таш ауырыуын дауалауҙа ярҙам итеүе раҫланған. Үҙеңдең хәлеңде яҡшыртыу өсөн уны көнөнә 4 – 5 ҡалаҡ ашау ҙа етә.

Билдәле булыуынса, талҡандың калорияһы әҙ. Шуға күрә ул ябығырға теләүселәргә маҡсатына ирешергә ярҙам итер. Калорияһы әҙ булһа ла, талҡанды артыҡ күп ашап булмай, тиҙ генә туйыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта ул углеводтар һәм май алмашыныуын яҡшырта. Шуға күрә лә был аҙыҡ һимеҙҙәр диетаһына индерелгән.

Өҫтәүенә, талҡан ашағанда эсәктәр һәр саҡ таҙарынып тора һәм уларҙың лайлалы ҡатламы тергеҙелә. Талҡандағы бойҙайҙың ҡабығы эшкәртелмәй, ә яҡшы һепертке кеүек барлыҡ артыҡ нәмәне таҙартып сығара. Һөҙөмтәлә эсәктәрҙең эшмәкәрлеге яҡшыра һәм кәүҙә ауырлығы нормалләшә.

Талҡан йәшәүгә көс бирә, сәләмәтлек өҫтәй. Уны ашаған бала яҡшыраҡ үҫә һәм тиҙ арып бармаясаҡ. Әлеге ваҡытта бигерәк тә йәштәр араһында популяр булған фаст-фуд, гамбургер һәм шаурмаларға ҡарағанда, ул туҡлыҡлы һәм күпкә файҙалы. Ата-бабаларыбыҙ белгән нимә ашарға.

Талҡан менән бер инсә рецепт

Коктейль

Бер стакан кефир йә йогуртҡа бер-ике ҡалаҡ талҡан өҫтәргә. Бик шәп иртәнге аш килеп сыға. Ә ябығырға теләүселәргә киске ашҡа ла шуны уҡ тәҡдим итергә мөмкин.

Эс ҡатҡанда

Иртәнге аштан ярты сәғәт алда ике балғалаҡ талҡанды һыуға ҡушып эсергә. Төшкөлөккә талҡандан теләгән ризыҡ әҙерләп ашарға. Кискелеккә ике балғалаҡ талҡанды кефирға ҡушып эсергә мөмкин.

Тәбиғи косметика

- Бер ҡалаҡ талҡанды ярты стакан ҡайнар һыуға һалып бутарға һәм, әҙерәк һыуынғас, битте ыуырға мөмкин.

- Ике ҡалаҡ талҡанды ярты стакан ҡайнар һыуға һалып, бер ҡалаҡ бал һәм ике ҡалаҡ ҡаймаҡ йә үҫемлек майы ҡушырға. Ҡоро, ҡояшҡа янған йә елгә елһенгән тирегә бик яҡшы битлек килеп сыға.
Читайте нас: