Дим буйҙары
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь 2019, 13:53
Бесәйҙәр тоғро була беләме?
Беҙ, ғәҙәттә, эттәрҙең үҙ хужаларына тоғро булыуҙарына күнеккәнбеҙ, бесәйҙәрҙең был йәһәттән әллә ни иҫтәре китмәй, тип уйлайбыҙ. Баҡтиһәң...
Мәктәп йылдарында биология уҡытыусыһының әйткәне әле һаман иҫтә: “Бесәйҙәр һеҙгә иркәләнеп һырпалана, мыраулай, тиһегеҙме? Юҡ, улар шулай итеп үҙ биләмәләрен билдәләй”.
Кесе туғандарыбыҙ кешеләргә ныҡ өйрәнә икән. Бының хаҡта ғалимдар хәбәр итә. “Хужаларына булған эҫенеү тойғоһон бесәйҙәр ғүмер буйы һаҡлай”, – ти улар.
Ғалимдарҙың һығымтаһы буйынса, бесәйҙәрҙең 64 проценты хужаларына өйрәнгән. Хайуандарҙың был хисе улар ҙурайғас та юғалмай.
Таныш түгел мөхиттә бесәйҙәр яңы хужаларына хәүефһеҙлек эҙләү һөҙөмтәһендә эҫенә икән.
Шулай итеп, бесәйҙәргә ҡарата үҙ алдарына, үҙ көйөнә генә йөрөйҙәр, тигән ҡалыплашҡан фекер иҫкерә. Улар ҙа, эттәр кеүек, беҙҙән йылы һәм һөйөү көҫәй.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"