Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Октябрь 2019, 18:07

Алтын табуттағы йырсыны көнө-төнө һаҡлайҙар

Майкл Джексондың яҡты донъя менән хушлашыуына ун йыл тулды.

Ул 2009 йылдың 25 июнендә дарыуҙы артыҡ ҡулланыуҙан (пропофол) үлде. Йырсы Лос-Анжелестың төньяғында урынлашҡан Форест-Лаун мемориаль паркында ерләнгән. Был Голливуд зиратында күп билдәле кешеләр ерләнгән.

The Sun яҙыуынса, йырсы алтын табутта күмелгән. Уның хаҡы - 23 мең долларға яҡын. Поп-батшаның кәүҙәһенә сәхнә костюмы, парик һәм хатта аҡ бирсәткәләр кейҙергәндәр. Майкл Джексондың балалары табуты эсенә “Атай, беҙ һине яратабыҙ” һәм “Беҙ һине һағынабыҙ” тигән яҙыуҙар һалған.

Йырсы ерләнгән мемориаль паркка көн һайын әллә нисәмә кеше килә.

Джексондың үлеменән һуң уның ғаиләһе ҡәберҙе мыҫҡыл итерҙәр һәм мәйетен ҡаҙып алырҙар тип ҡурҡҡан. Шуға күрә йырсының һөлдәһен талаусыларҙан һәм аҡылдан шашҡан фанаттарҙан ҡоткарыу өсөн барыһын да эшләйҙәр. Алтын табутты бетон аҫтында ҡалдыралар, ә ҡәбере тирәһендә сигнализация менән видеокүҙәтеү ҡуялар.

Тик ҡайһы берәүҙәр Майкл Джексондың ҡәберен бетонлауҙы башҡа маҡсат менән бәйләй. Поп-батша үлеменән һуң да уны педофилияла ғәйепләйҙәр. Кемдәрҙер хатта уның мәйетенә эксгумация яһарға тәҡдим итә. Имеш, был уның ҡорбандары ДНК-ларын асыҡларға ярҙам итер ине. Ә инде цементлап ҡуйғас, был эш мөмкин түгел

“Өмөт” гәзитенән.
Читайте нас: