Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Октябрь 2019, 11:23

Балда булған химик препаратты билдәләү өсөн яңы ҡорамал алынған

Башҡорт ғалимдары балда булған 140 төр антибиотикты асыҡлай аласаҡ.

Был иһә татлы ризыҡты сит илгә сығарып һатыуҙы арттырыуға ныҡ ярҙам итәсәк. Балдың сифатын тикшереү өсөн «Россельхознадзор» тикшереү үҙәге ҡиммәтле – хромато-масс-спектрометр япон ҡорамалын алған.

Ул 3 минутта балдағы 30 төр антибиотикты билдәләй ала. Элек иһә һәр бер лаборатория анализын айырым үткәрергә тура килгән. Әйткәндәй, унда ла иммун системаһын ҡаҡшатҡан 20 төр химик препаратты ғына билдәләп булған.
Читайте нас: