Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2019, 10:07

Йәшелсәләрҙе нисек әҙерләргә?

Диетологтар һәм табиптар туҡланыу рационына күберәк йәшелсә-емеш индерергә кәңәш итә. Уларҙы нисек ҡулланғанда файҙаһы күберәк икән?

Йәшелсәне һыуҙа йә парҙа бешерергә, быҡтырырға һәм ҡыҙҙырырға мөмкин. Ҡайһыныһын һайларға һуң?

Әсәй һәм өләсәйҙәр балаларын ҡырғыстан үткәрелгән кишер салаты менән һыйларға ярата, сөнки ул А витаминына бай. Ысынында был тамыраҙыҡта беҙҙең организмда А витаминына әүерелеүсе альфа- менән бетакаротин да бар. Һәм уларҙың яҡшы үҙләштерелеүе өсөн шарттар тыуҙырыу талап ителә. Быны нисек эшләргә? Италия ғалимдары раҫлауынса, сей кишерҙәге файҙалы матдәләрҙең тик биш проценты ғына үҙләштерелә. Ә инде уны бешергәндә йә быҡтырғанда, үҙләштерелеү кимәле 50 процентҡа арта.

Әлбиттә, йәшелсәләрҙе оҙаҡ итеп бешереү ярамай, шулай уҡ файҙалы үҙенсәлектәрен юғалт¬маһын өсөн ҡыҙҙырырға ла кәңәш ителмәй. Мәҫәлән, яман шештән һаҡлаһын тиһәгеҙ, кәбеҫтәне парҙа бешереү яҡшы. Һыуҙа бешкәне һәм быҡ¬тырылғаны ла файҙалы. Әммә был осраҡта унда яман шешкә ҡаршы тороу көсөнә эйә булған глюкозинолат тигән шифалы матдәнең күләме күпкә кәмей.

Картуфты мейестә бешерергә кәңәш ителә, помидор менән баклажанды ла йә мейестә бешереү, йә быҡтырыу һәйбәт. Помидор көслө антиоксидант булған ликопен-каротинға бай. Быҡтырғанда, бешергәндә, то-мат иҙмәһе әҙерләгәндә, ли¬копендың миҡдары һәм әүҙемлеге арта ғына.

Әйткәндәй, файҙалы үҙен¬сәлектәрен мөмкин тиклем күберәк һаҡлап ҡалыу өсөн йәшелсәләрҙе ҡайнаған һыуға һалып бешерергә кәрәк. Һыуҙы биш минут ҡайнатҡандан һуң тоҙ һалырға һәм шунан һуң ғына йәшелсәләрҙе төшөрөргә.

Америка ғалимдары кишерҙе бөтөн килеш бешереп, шунан һуң ғына киҫәктәргә бүлергә кәңәш итә. Сөнки был осраҡта ундағы файҙалы матдәләр яҡшыраҡ һаҡлана, ти улар.

Ә ҡырғыстан үткәрелгән кишер һәм башҡа йәшелсәләр ҡушып әҙерләнгән яратҡан салаттар менән нимә эшләргә? Әлбиттә, йәшелсәләрҙе сей килеш тә ашарға кәрәк. Улар күҙәнәклеккә бай һәм организмда үттең тотҡарланыуына юл ҡуймай, эсәктәрҙән радиоактив нуклид¬тарҙы, башҡа ағыулы матдәләрҙе һәм холестеринды йыйып сығара, эс ҡатыуға юл ҡуймай. Шул рәүешле атеросклероз, эсәк яман шеше, холецистит, геморрой кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Әлбиттә, салаттарҙы ашар алдынан ғына әҙерләргә һәм оҙаҡ һаҡларға ярамай. Был иҫәпкә һуған, һарымһаҡ һәм кәбеҫтә генә инмәй. Әгәр ҙә һеҙ әҙерләгән ризыҡта һарымһаҡ бар икән, иң беренсе сиратта унан башлағыҙ. Бүлкәттәрен ваҡлап, 10 – 20 минутҡа ҡуйып торорға була. Кәбеҫтә лә ни яғы менәндер һуғанға оҡшаш. Ул күҙәнәктәрҙән сыҡҡан фермент йоғонтоһонда ғына әүҙемләшә. Шуның өсөн уны нәҙек кенә итеп турарға һәм ҡул менән ыуалап, һутын сығарырға кәрәк. Ғалимдар тоҙланған кәбеҫтәләге изотиоцианат тигән матдәнең күкрәк яман шешенән һаҡлаусы көскә эйә булыуын иҫбатлаған.

Һуңғы ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәшелсәләрҙе дө¬рөҫ әҙерләү уларҙың файҙаһын, дауалау көсөн арттыра ғына. Француз халыҡ мәҡәлендәгесә: «Яҡшы ашнаҡсы табипты алмаштыра».
Читайте нас: