Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Октябрь 2019, 11:31

Балан

Баланды ғәҙәттә тәүге һалҡындарҙан һуң тирәләр, сөнки бер аҙ туңған емештәре тәмлерәк булып китә, әсеһе кәмей, әммә шифаһы һаҡлана.

Баландың 200-ҙән ашыу төрө һәм сорты бар. Араларында емеше әсе булмағандары ла осрай. Әммә бары тик йөрәк формаһындағы төшө булған асы балан ғына шифалы.

Баланды тәлгәшләп йыйыу яҡшыраҡ, шулай иткәндә еләктәре иҙелмәй һәм оҙағыраҡ һаҡлана.

Балан емешен төрлө ысулдар менән һаҡлайҙар: туңдыралар, киптерәләр, шәкәр менән төйәләр.

Был ысулдарҙы һайлағанда, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡайнатыу йәки бешереү шифаһын кәметә.

Балан емештәрендә кеше өсөн файҙалы һәм уникаль матдәләр күп. Беренсенән, төрлө органик кислоталар – кофеин кислотаһы, валерьян кислотаһы, аскорбин кислотаһы йәғни С витамины. Шулай уҡ еләктәрҙә аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшыртҡан пектин, тағы ла эфир майҙары һәм бета-каротин бар. Балан еләктәренең тағы ла бер үҙенсәлеге – еләккә асы тәм биргән вибурнин ҡан тамырҙарын тарайта, әммә был матдә еләкте бешергәндә ҡалмай.

Дауаланыу өсөн баландың еләген, ағас ҡайырын, сәскәләрен файҙаланалар.

Еләктән төнәтмәләр яһайҙар, шәкәр һәм бал менән иҙәләр. Балан емешен тын юлдары сир-ҙәрен дауалағанда файҙаланалар. Был еләк тауыш бөткән осраҡта уны кире тергеҙеү һәләтенә эйә. Шулай уҡ балан емешен йөрәк эшен көйләү өсөн һәм атеросклерозда ҡулланалар, сөнки балан һуты һәм ундағы матдәләр ҡан тамырын таҙартыу һәләтенә эйә.

Балан ҡайырын ҡан туҡтатыу өсөн файҙаланалар. Бынан тыш, балан ҡайыры тағы ла күп шифалы сифаттарға эйә. Уны баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғанда, тынысланыу өсөн ҡулланалар. Шулай уҡ ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәренән ауыҙҙы балан ҡайыры төнәтмәһе менән сайҡаталар.

Балан сәскәһе төнәтмәһе ҡан ағыуын туҡтата, елһенеүгә ҡаршы ҡулланыла, аппетитты күтәрә.

Балан һуты тирене ағарта, һипкелдәрҙе бөтөрә, йөҙҙәге төрлө шештәрҙе дауалай.

Әммә был шифалы еләктең ҡаршы күрһәтмәләре лә булыуын оноторға ярамай. Ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, йөклө ҡатындарға, артрит, быуындар-ға тоҙ ултырғанда, бәүел ҡыуығында таш булғанда ҡулланырға ярамай.

Баландан желе

1 кг еләккә 1 кг шәкәр ҡомо һәм 2 стакан һыу алына. Еләктәрҙе йыуырға һәм әсеһен бөтөрөү, тышын йомшартыу өсөн 5 минут ҡайнар һыуҙа бешекләргә. Һыуын түгергә, еләккә 2 стакан ҡайнап һыуынған һыуҙы һалып, йомшарғансы ҡайна-тырға. Артабан иләк аша иҙергә һәм шәкәр ҡомо менән бу- тарға. Еләктәрҙе йәнә бер сәғәт тирәһе ҡайнатырға һәм банкаларға һалырға. Желены һалҡын урында һаҡларға.

Морс

Ярты стакан балан һутын 1 литр һыу менән ҡушырға, тәменә ҡарап шәкәр ҡомо ҡушырға. Һыу ҡайнар булырға тейеш. Әҙер морсты 3-5 сәғәткә ҡалдырырға, өҫтәлгә һыуыҡ килеш бирелә.

Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: