Ҡамырға 1 стакан он, бер ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 80 г аҡ май, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа кәрәк. Эслеккә 500 г эремсек, 100 г ҡаймаҡ, 3 йомортҡа,1 ҡалаҡ манный ярмаһы, 0.5 стакан шәкәр, суфле әҙерләргә 3 йомортҡа ағы, 3 ҡалаҡ шәкәр оно алына.
Иң тәүҙә ҡамыр баҫырға. Онға ҡамыр йомшартҡысы һалып, май менән ыуырға. Уның өҫтөнә шәкәр менән туғылған йомортҡа өҫтәп, ҡамыр баҫырға ла, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Унан һуң эслек әҙерләргә. Эремсеккә өс йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ҡаймаҡ һалып, блендер менән болғатырға. Суфле әҙерләгәндә өс йомортҡа ағына аҙ-аҙлап шәкәр оно һалып, уны ап-аҡ төҫкә ингәнсе күпертергә.
Һыуытҡыстағы ҡамыр¬ҙы алып, табаға эслек ағып сыҡмаҫлыҡ формаға килтереп йәйергә. Өҫтөнә эремсек һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға. Һуңынан бәлештең өҫтөнә суфле һылап, тағы 15 минут бешерергә. Духовканы һүндергәс, ишеген асып ҡуйығыҙ, бәлеште алмағыҙ. Ул шунда һыуынырға тейеш. Ярты сәғәттән өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа киләсәк.