Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ноябрь 2019, 14:09

Ноябрь

Ҡыш айҙарына ла аяҡ баҫтыҡ. Боронғоларр, ноябрҙә һауа торошон күҙәтеп, киләһе йыл уңышына өмөт бағлаған, сөнки ноябрь ниндәй – яҙ шундай килә, тип юрағандар.

1 ноябрҙә һыуыҡ икән, бер аҙнанан буран булыр. Бөгөнгө һыуыҡ – киләһе йылдың мул уңышына ишара. Көн йылы булһа, ҡыш йылы килер.

2 ноябрҙә ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән икән, ул тиҙҙән эреп бөтә.

3 ноябрҙә йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана.

4 ноябрь көнөндә ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләп торһа, һауа торошо боҙолор. Иртә томан менән башланһа, тағын да йылы¬тыр.

5 ноябрҙә ҡар йәиһә ямғыр яуһа, тимәк, өс аҙнанан ҡар ята.

6 ноябрҙә Айҙы күҙәтәләр. Ул нурҙар сәсеп ялтыраһа – йылыта, һыҙыҡланып, ҡалтырап күренһә – һыуыта.

7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ булып күренһә, һауа торошо боҙола.

8 ноябрь иртәһендә бәҫ – ҡарлы ҡышҡа ишара.

9 ноябрь ниндәй, май айы шундай.

11 ноябрҙә болоттар түбән йөҙһә, сатлама һыуыҡтар көтөлә.

12 ноябрҙә ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ.

13 ноябрҙә көн аяҙ икән, иртәгәһе көн елле булыр.

14 ноябрҙә ҡар төшһә, яҙын һыу күп булыр. Һыу туңһа, яҙға тиклем һыуыҡтар һаҡланыр. Был көндө бысраҡ аяҡҡа эйәрә икән, тимәк, декабргә ҡәҙәр һыуыҡтар булмаҫ.

15 ноябрҙә һыуыҡ булып, әтәстәр ҡысҡырһа, көндәр йылыта. Был көндә тәҙрәлә биҙәктәр хасил булһа, яҙын йәшеллек мул булыр.

16 ноябрҙә мейестә утын шартлап янһа – көслө һыуыҡтарға. Мөрйәнән сыҡҡан төтөн ер өҫтөнә йәйелһә, алдағы көндәрҙә йылы һауа торошо көтөлә.

17 ноябрҙә еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ.

18 ноябрҙә ҡар яуһа, һыуыҡ ҡышҡа, көҙгө культураларҙың мул уңышына ишара.

19 ноябрҙә ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндә ел юҡ икән, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башланыр.

20 ноябрҙә ала ҡарғалар көтөүҙәре менән осһа, йәки тауышланһа, иртәгә ҡар яуыр. Был көндә һыу туңһа, тимәк, башҡаса йылытмаясаҡ.

21 ноябрҙә епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр.

22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыған икән, һоло уңыр. Ямғыр яуһа, боҙай мул булыр.

23 ноябрҙә томан ергә төшөп, турғайҙар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр.

24 ноябрҙә һыуыҡ, аяҙ булһа, ике-өс көндә һауа торошо боҙолор.

25 ноябрҙә иртән ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр.

26 ноябрҙә сәүкә¬ләр сырҡылдашһа, еп¬шек көнгә.

27 ноябрҙә көн болотло, йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ.

28 ноябрҙә ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй.

29 ноябрҙә еүеш ҡар – буранға.

30 ноябрҙә көн ҡо¬яшлы булһа, ҡыш көнднәрендә ҡояш әллә ни һөйөндөрмәҫ.
Читайте нас: