Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ноябрь 2019, 13:01

Барыһын да һыуытҡыста түгел

Әле йәшелсәнең мул осоро. Магазинда ла беҙҙең яҡта үҫмәгән емеш-еләктәр тулып ята. Ә һеҙ уларҙы нисек һаҡларға беләһегеҙме?

Барлыҡ емеш-йәшелсәне лә һыуытҡыста һаҡларға ярамай. Бүлмә температураһында һаҡлана торғандары – авокадо, абрикос, банан, цитруслылар, һарым¬һаҡ, киви, ҡауын, нектарин, һуған, груша, персик, слива, ананас һәм бәрәңге. Ә һыуытҡыс¬та иһә – алма, еләк, кәбеҫтә, кишер, сельдерей, сейә, ҡыяр, кукуруз, ташҡабаҡ, виноград, бәшмәк һәм йәшел тәмләткестәр.

✔Һуған менән бәрәңгене бергә һаҡларға ярамай, юғиһә, һуған тиҙ боҙола.

✔Бәрәңге шытмаһын өсөн уны алма янында һаҡлағыҙ.

✔Помидорҙы целлофан пакетта һаҡламағыҙ, сөнки этилен уны тиҙ серетә.

✔Имбирҙы һыуытҡыстың туңдырыу бүлегендә һаҡлау яҡшы.

✔Бәшмәкте целлофан пакетта түгел, ә ҡағыҙға төрөп һаҡлағыҙ.

✔Сыр ҡатмаһын өсөн ҡырҡыл¬ған урынына аҡ май һөртөгөҙ.

✔Банандарҙың «аяҡтарын» аҙыҡ-түлек өсөн ҡуллана торған пленка менән төрһәгеҙ, улар оҙағыраҡ һаҡланыр.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: