Мәҫәлән, ҡыҙыл яранды ул "аҡса килтереүсе магнит" ти, иң мөһиме – уға һауытты дөрөҫ һайлай белергә кәрәк икән. Был гөлдө ауылда ла, ҡалала ла бик яратып үҫтерәләр, ул нескә түгел, әллә ни тәрбиәләү ҙә талап итмәй.
Ҡыҙыл яран аҡса ла килтерһен өсөн уны ҡыҙыл төҫтәге оҙонса йәки түңәрәк һауытҡа ултыртырға кәңәш итә медиум, сөнки был формалар сикһеҙлекте аңлата. Ярандың япраҡтарына һыу бөркөп, еҫен сығарып тороу ҙа кәрәк, нәҡ бына ул аҡса "тарта" икән. Ә ҡороған япраҡтарын ваҡытында алып торорға кәрәк, сөнки улар "үле энергия" сығанағы булып тора, ти.