Он. йомортҡа, кефир, аҡ май, тоҙ, борос, һуған, дөгө, киптерелгән емеш- еләк, ит иҙмәһе, көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
Бер стакан кефир, бер йомортҡа, ярты ҡап аҡ май, бер аҙ көнбағыш майы, он ҡушып ҡамыр баҫҡас, уны ҡаплап, бер аҙға ситкә ҡуйып торабыҙ.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, ҙурыраҡ йәймәне табаға гөбәҙиәнең төбө итеп йәйәбеҙ.
Эслеккә ярымбешкән дөгөгә йөҙөм, киптерелгән башҡа емеш- еләкте ҡушып беренсе ҡат итеп һалып сығабыҙ. Уның өҫтөнә мул ғына итеп аҡ май һылайбыҙ. Икенсе ҡат итеп бешкән йомортҡаны турайбыҙ. Өсөнсө ҡатҡа ит иҙмәһе менән һуғанды ҡушып ҡыҙҙырып һалабыҙ. Эслекте тултырғас бәлештең өҫтөн ҡаплайбыҙ, ситтәрен матур итеп биҙәкләп сығабыҙ. 180-200 градусҡаса ҡыҙҙырылған мейестә гөбәҙиә ярты сәғәт самаһы бешә.