Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь 2019, 14:48

Ханым, ханума, оромо, ютаза?

Был исемдәр нимә аңлата тиһегеҙме? Әллә нимә уйлай күрмәгеҙ, ни бары телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡтың атамалары хаҡында һүҙ бара. Үҙенсәлекле аш-һыу төрөнөң рецебын тәҡдим итәбеҙ –үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, һис шикһеҙ, кәрәгер.

Ғәҙәттә, уны Урта Азияла әҙерләйҙәр, үрҙә телгә алынғанса, төрлө исемдәр менән атайҙар. Беҙҙеңсәгә әйләндергәндә иһә, тиҙ генә әҙерләнә торған манты, тигәндә лә була.

Шулай итеп, бер йомортҡа, 200 миллилитр самаһы һыу, тоҙ, он ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. Һыйыр итенән, йә иһә төрлө иттәрҙән ҡушып яһалған фаршҡа тоҙ, борос, тәмләткестәр ҡушып баҫығыҙ. Табала бер нисә баш һуған менән ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе ҡыҙҙырып алығыҙ.

Ҡамырҙан йоҡаҡ ҡына йәймә йәйегеҙ. Уға тигеҙ генә итеп фаршты һалығыҙ, өҫтөнән ҡурылған һуған менән кишерҙе йәйегеҙ. Унан һуң, йәймәне тығыҙ ғына рулет итеп урағыҙ ҙа, манты бешерә торған ҡулайламаға теҙеп, парҙа бешерегеҙ. Һыуға төрлө тәмләткестәр, лавр япрағы һалырға була. Ә эслеккә килгәндә, үрҙә телгә алынғанға бер-ике сей картуф ҡырып өҫтәргә, йә иһә ҡырғыстан үткәрелгән картуфтан, кишерҙән айырым эслек яһап та, ошондай урама яһарға була.

Бешкәс, ризыҡты табынға иретелгән аҡ май, ҡаймаҡ, соустар менән бирергә була. Бер үк продукттарҙан бешерелһә лә, аҙыҡ тәмен форма билдәләй – мотлаҡ ханум яһап ҡарағыҙ! Ул иҫ киткес тәмле килеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: