Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2019, 10:11

Ит менән кишерҙән кәтлит

Духовкала әҙерләнгән кәтлиттәр, табала ҡыҙҙырылғанға ҡарағанда, һис шикһеҙ, файҙалыраҡ.

Иң тәүҙә ингриедиенттар әҙерләйбеҙ: ит фаршы – 500 грамм, кишер – 150 грамм, башлы һуған – 150 грамм, манный ярмаһы – ике аш ҡалағы, тоҙ, борос – сама менән.

Кишер менән һуғанды ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Фаршҡа тоҙ, борос, манный ярмаһы, 50 миллилитр һыу, үткәрелгән кишер менән һуғанды ҡушып баҫабыҙ һәм кәтлиттәр эшләйбеҙ.

Башта формаға һыу һалабыҙ һәм кәтлиттәрҙе теҙәбеҙ. Һыу ризыҡтың аҫҡы өлөшөн бер сантиметр тирәһе ҡапларға тейеш.

20-25 минутҡа 200 градусҡаса йылытылған духовкаға ҡуябыҙ. Өҫтәре алһыу булып ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ. Уларҙы һәр кем үҙе теләгән гарнир менән өҫтәлгә ҡуя ала.

Ашығыҙ тәмле булһын!



Читайте нас: