Reuters мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ете йылда әлеге йүнәлеш буйынса шөғөлләнеүсе үҙәккә, тереләй «күмеүҙәрен» һорап, 25 мең кеше мөрәжәғәт иткән.
Әлеге кешеләр тулыһынса үҙҙәренең ерләү репетицияһын яһап ҡарарға булған. Быны улар иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙырыу маҡсатынан эшләй. Табутҡа кереп ятып, уның ҡапҡасын япҡандан һуң бер нисә тапҡыр сүкеш менән һуҡҡылағас, «үлеп ҡараусылар»ҙы 10 минут ябыҡ табутта ятҡыралар.
Әлеге уйында ҡатнашыусыларға ошо 10 минут бар уҙған ғүмер юлдарын, ҡылған гонаһтарын, изгелектәрен иҫкә алып, тәүбәгә килергә ярҙам итә икән. Әлеге үҙәк етәкселеге әйтеүенсә, был уйын кешегә бик ҙур психологик тәьҫир итә һәм күптәргә яңыса йәшәй башларға ярҙам итә.