Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2019, 13:09

Андыҙ

Дауалау көсөнә эйә булған андыҙҙы халыҡ медицинаһында элек-электән ҡулланғандар. Тылсымлы үләнде ата-бабаларыбыҙ йүтәлдән, һалҡын тейеүҙән, иммунитетты күтәреү, шулай уҡ төрлө ялҡынһыныуҙарҙы һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған.

Дауалау көсөнә эйә булған андыҙҙы халыҡ медицинаһында элек-электән ҡулланғандар. Тылсымлы үләнде ата-бабаларыбыҙ йүтәлдән, һалҡын тейеүҙән, иммунитетты күтәреү, шулай уҡ төрлө ялҡынһыныуҙарҙы һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған. Был уникаль үҫемлектең сере нимәлә һуң? Уның составында булған компоненттар:

* организмды төрлө токсиндарҙан һәм шлактарҙан таҙалай, аппетитты кәметә;

* һалҡын тейеп ауырығанда ҡаҡырыҡ бүленеп сығыуҙы көсәйтә, елһенеүҙе бөтөрә;

* организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороу көстәрен арттыра;

* ауыртыуҙы баҫа, тынысландырыусы, антисептик үҙенсәлектәргә эйә;

* эсәк, бөйөр эшмәкәрлеген көйләй, ҡандағы шәкәр күрһәткестәрен нормаға килтерә;

* ашҡаҙандағы сей яраны дауалай, үт ҡыуыу сифаттарына эйә;

* матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, һандағы холестеринды кәметә.

Андыҙҙан эшләнгән дауаланыу саралары ашҡаҙандағы сей яраны, гастритты, бөйөрҙәрҙе дауалай, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһын яҡшырта, ҡан баҫымын нормалләштерә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең репродуктив системаһындағы проблемаларҙы бөтөрә.

Андыҙҙан дауалау өсөн ҡайнатма (отвар), бальзам һәм сәй әҙерләргә була.

Ҡайнатма: 100 гр. андыҙ тамырын уртаса киҫәктәргә бүлгеләп, 1 литр һыуға һалып, ҡайнатырға ҡуйырға. 4 сәғәт дауамында талғын утта ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алырға. Был ҡайнатма төрлө яраларҙы дауалағанда компресс итеп ҡулланыла.

Бальзам: Әҙерләү өсөн 50 гр. киптерелгән йәки 300 гр. сей андыҙ тамыры, 100 гр. яңы ғына һығылған алма һуты, 150 гр. шәкәр ҡомо кәрәк. Тамыр ваҡлана, 1 литр һыуға һалып, 20-25 минут ҡайнатыла. Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны яҡшылап һөҙөргә, унда алма һуты, шәкәр ҡомо һалып яҡшылап бутарға, һыуытырға ҡуйырға кәрәк. Бальзамды көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 3 аш ҡашығы ҡулланырға тәҡдим ителә. Дауаланыу курсы бер ай.

Сәй: Бер нисә андыҙ тамырын ваҡлап, килеп сыҡҡан ваҡланманы һауытҡа 1 аш ҡашығы һалырға, 1 стакан ҡайнаған һыу ҡойорға. 15 минут төнәтергә. Көнөнә 4 тапҡыр 250 мл эсергә кәрәк. Был сәй спазматик сифатҡа эйә, йүтәлде еңеләйтә.

Был ысулды ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

"Башҡортсотан" гәзитенән.
Читайте нас: