Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәрен айырып һәйбәтләп йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомон ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манный ярмаһы һалығыҙ (бәлеште ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙың ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ.
Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап теҙеп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөн икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсендәге пар сыҡһын өсөн), шул уҡ ҡамырҙан бәлеш өҫтөнә япраҡтар эшләп биҙәп тә була. Бәлеште 200 С духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештең өҫтөнә йомортҡаның һарыһын һөртөгөҙ.