Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2019, 19:50

Мыжыҡ ир торты

Хужабикәләр, әйҙәгеҙ әле бергәләп ирҙәр өсөн тәғәйенләнгән торт бешерәйек. Исеме лә уның ҡыҙыҡ ҡына, "Мыжыҡ ир" тип атала ул.

Ҡамыр өсөн:

4 йомортҡа. 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ сода, саҡ ҡына тултырмайса 1 стакан ҡайнатма (мәҫәлән, шәкәр менән ыуылған ҡара ҡарағат), 2,5 стакан яңы ғына иләнгән он

Крем өсөн:

300 грамм 20% ҡуйылыҡтағы магазин ҡаймағы, 380 грамм ҡуйыртылған һөт (йәғни бер банка) сәтләүек

Әҙерләү:

Ҙур ғына табаҡта (ҡамыр сода ҡушҡас, ҡапыл күбәйеп китә) йомортҡа менән шәкәрҙе күперткәнсе миксер менән туҡыйбыҙ. Ҡайнатма ҡушып, болғатабыҙ. Он менән соданы бергә бутайбыҙ.

Ҡалайға йәки табаға бешерә торған ҡағыҙҙы түшәргә онотмағыҙ. Ҡамырҙы ҡойоп, сит яҡтарын силикон ҡалаҡ менән тигеҙләйбеҙ. 220 градуслы мейескә 15 минутҡа ултыртабыҙ. Шулай ҙа һәр мейес төрлөсә ҡыҙа икәнен онотмағыҙ. Бешкәнлеген өйрәнелгән ысул - шырпы тығып ҡарап белеп була. Әҙер йәймәне алып, һыуытабыҙ. Урталай ҡырҡабыҙ. Уларын йоҡартып ҡырҡабыҙ. Беҙҙең 4 йәймә килеп сыҡты. Ситтәрендәге ҡатыраҡ урындарын ипләп кенә ҡырып алабыҙ. Был онтаҡтарҙы биҙәү өсөн ҡулланасаҡбыҙ.

Хәҙер крем яһау өсөн, һөт менән ҡаймаҡты һаҡ ҡына болғатабыҙ (туҡырға ярамай, юғиһә шыйыҡ була).

Килеп сыҡҡан кремды йәймәгә һөртәбеҙ ҙә, иҙелгән сәтләүек һибәбеҙ. Уның өҫтөнә тағы бер йәймә һалабыҙ. Ошолай крем, сәтләүек менән аралаштырып дүрт йәймәне лә һалып сығабыҙ.

Бына торт әҙер. Хәҙер инде уны биҙәргә генә ҡалды. Блендерҙа йәймә онтаҡтарын сәтләүек менән бергә иҙеп алабыҙ. Торт өҫтөнә һәм сит яҡтарына һибеп сығабыҙ. Һеңһен өсөн һыуытҡысҡа 2-4 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Шулай уҡ тортты һеҙ ҡырылған шоколад йә конфетти менән дә биҙәй алаһығыҙ.

Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

"Торатау" гәзитенән.
Читайте нас: