Бындай хәлдең ололарҙа күҙәтелеүе, әлбиттә, береһенә лә яңылыҡ түгел. Пенсионерҙы 8-се ҡала дауаханаһына килтерәләр. Әбей унда йөрөп алмаҡсы була, тик, ни ғәжәп: пальто итәгенән аҡса ҡойола башлай. Дауахана хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бишәр, берәр меңлек, бишәр йөҙлөк купюралар уның бөтә еренән дә: яға аҫтынан, кеҫәләренән, итәк аҫтынан иҙәнгә һибелә.
Аҙаҡ шулар асыҡлана: 87 йәшлек оло ҡатын Невский урамында ейәне менән йәшәй икән. Улы икмәк алырға сығып киткәс, әбей ҙә урамда йөрөп килергә булып китә һәм үҙе менән өйҙә булған барлыҡ аҡсаны ала. Уларҙы ҡайҙа етте шул еренә тыҡшыра, күберәген биленә бәйләнгән моҡсайға һалып ала. Табиптар барлыҡ аҡсаны иҫәпләп, төрөп, дауахана машинаһында әбейҙе йәшәгән еренә оҙатып ҡуя. Әбей ҙә, 287 мең һум аҡса ла теүәл генә өйөнә ҡайтып етә. Ярай әле, уға юлында гел яҡшы күңелле кешеләр генә осрап торған.