Сәс ҡойолған осраҡта төнәтмә эшләп ҡарағыҙ: бер ҡуҙаҡ ҡыҙыл боросто спиртҡа һалып, 10 көн төнәтегеҙ, һөҙөгөҙ. Төнәтмәнең 1:10 өлөшөн ҡайнаған һыуға һалып, аҙнаһына ике-өс тапҡыр сәс тамырҙарын ышҡығыҙ.
Ҡоро сәсте емеш, минерал, май һәм витаминдар булған шампунь менән йыуығыҙ. Сәс тамырына дегәнәк майы һөртөү яҡшы.
Майлы сәсте ҡайнар һыу менән йыумағыҙ. Аҡ балсыҡлы маска ярҙам итер. Сәсте ҡоротор өсөн мелировка яһау ҙа килешер.