Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 12:09
Алоэ гөлөн дауаланыу өсөн ҡулланып буламы?
Алоэ япраҡтарынан алынған һут еңел үҙләштерелә торған витаминдарға һәм микроэлементтарға бай.
Был үҫемлектә матдәләр алмашын яҡшыртыусы элементтар ҙа бар, уның һутын ашҡаҙан-эсәк системаһын һауыҡтырыу өсөн дә ҡулланырға була. Ул шулай уҡ йоҡоһоҙлоҡтан һаҡлай, организмдың тонусын күтәрә, иммун системаһын нығыта.
Алоэны дауаланыу өсөн йыл буйы ҡулланырға була. Әммә дауаланыу өсөн 3-5 йәштән кәм булмаған үҫемлектең аҫҡы һәм урта япраҡтары ғына яраҡлы. Япраҡтарҙы төптән киҫеп йәки һабағынан һындырып алырға кәрәк. Өҙөлгән япраҡтарҙы 3-4 сәғәттән артыҡ асыҡ һауала тоторға (бигерәк тә яҡтыла) ярамай, улар шифалы үҙенсәлеген юғалта.
Өй шарттарында һут алыу өсөн алоэның ботаҡтарын 8-12 көн дауамында һыуытҡыстың йәшелсә һаҡлау камераһында тоталар. Шунан һуң япраҡтарҙы ҡайнаған һыу менән яҡшылап йыуып алалар һәм бер нисә ҡат марля аша һөҙәләр. Шул рәүешле алынған һутты 3 минут дауамында ҡайнатырға кәрәк.
Шуныһы мөһим, һәр осраҡта ла алоэ менән дауаланырға ярамай. Тәү сиратта был ҡан китеү менән бәйле сирҙәргә ҡағыла (геморрой, күрем, аналыҡ, ашҡаҙаны ауырыуҙары һ.б.). Был йәһәттән табип менән кәңәшләшергә ононтмағыҙ.
Игелек.ру
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"