Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 12:45

Күпме алтыныбыҙ бар?

Колыма алтын приискыһында эшләүселәр йыл башынан алып 40,23 тонна алтын сығарған.

Шул ҡәҙәр алтын 1979 йылда ғына табылған булған. Эксперттар йыл аҙағына тиклем алтын табыу 50 тоннаға ҡәҙәр етәсәк тип күҙаллай.

Төбәк предприятиелары былтыр 37 тонна алтын сығарған. Ҡиммәтле металл “Наталка” һәм “Павлик” рудниктарында күберәк табыла тип белдерелә.

Ә 2017 йыл аҙағына бөтә донъя буйынса табылған дөйөм алтын 190 040 тонна тәшкил итә, дип белдерә Бөтә донъя алтын советы. Әгәр был алтындарҙың барыһын бергә иретһәң, оҙонлоғо 21 метр ҙурлығындағы куб килеп сығыр ине. Белгестәр фекеренсә, әле ер аҫтында 54 мең тонна алтын ята.

“Өмөт” гәзитенән.
Читайте нас: