Яҡындарығыҙ юлға сығып киткәс, иҙәнде йыуырға, һеперергә ашыҡмағыҙ. Уның ҡайтыр юлы "йыуылыр". Йәғни, һеҙ был кешенең иҙәндәге эҙҙәрен юҡҡа сығарырға мөмкинһегеҙ.
Өйҙө йыйыштырырға ярамай, тигән ышаныс та шуға оҡшаш. Шул уҡ ваҡытта, ул барып еткәс, өй эштәренә тотонорға ярай. Юлға әҙерлек ваҡытында өйҙәге ҡайһы бер әйберҙәр урынынан күсә. Тимәк, кеше унда үҙенең энергияһын ҡалдыра. Әгәр ҙә һеҙ был әйберҙәрҙе тиҙерәк ситкәрәк алып ҡуяһығыҙ икән, сәфәргә юлланған кеше был урын менән энергияһын өҙә. Ә тейешле урынына барып етмәгән хәлдә, ул "юғалып" ҡала.
Әлбиттә, был юрауҙарҙы бер кем дә иҫбат итмәгән. Шулай ҙа, һынамыштар йыш ҡына тормошҡа аша бит.