Телефонды яңылыш еүешләүҙән, төшөрөп ебәреүҙән тыш, уға токты дөрөҫ йыйҙырта ла белергә кәрәк. Аккумуляторы 0 процентҡа тиклем бушарға тейеш түгел. Шуға 20 процент ҡалыу менән хужаһын иҫкәртә башлай. Тимәк, был мәлдә зарядкаға тоташтырыу мөһим, 50 процент күрһәткән ваҡытта уҡ ҡуйырға ла мөмкин. Ә 100 процент йыйыу менән, зарядканы һурырға ашығығыҙ. Баҡтиһәң, телефондың батарейкаһы ныҡ эҫенһә, уның эшләү ваҡыты ҡыҫҡара башлай.