1. Мөхәббәт һәм тыныслыҡ спатифиллюм йәғни “Ҡатын-ҡыҙ бәхете” гөлө үҫкән өйҙә була;?
2. Миләүшә (фиалка) өйҙәге тыныслыҡты һаҡлап тора. Был гөл үҫкән өйҙә бик һирәк кенә тауыш сыға икән;
3. Әгәр ҙә өйөгөҙҙә гибискус гөлө барлыҡҡа килһә, оҙаҡламай тормошоғоҙҙа бәхетле, мөхәббәтле миҙгелдәр башланыр;
4. Хойя ла хужаларының кәйефен ыңғай яҡҡа көйләргә ярҙам итә, бигерәк тә йоҡо бүлмәһендә үҫтереү һәйбәт;
5. Мирт гөлө үҫкән өйҙә лә ғаилә парҙарын бер-береһенә ихтирамлы, итәғәтле, мөләйем булырға ярҙам итә, тиҙәр;
6. Антуриум өйҙәге ир-заттарына уңыш килтереүсе иң яҡшы гөлдәрҙең береһе булып һанала. Шулай уҡ ул ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат мөнәсәбәттәрен дә яйға һала.