Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Декабрь 2019, 16:56

Хайран ҡалмалы матурлыҡ көтә беҙҙе!

Ниһайәт, календарь буйынса ҡыш миҙгеле лә башланды. Яңы йылды көткәнгәме, декабрь мөғжизә айы кеүек. Тап унда күңелдәрҙә байрам рухы булһын өсөн ҡала һәм ауылдар биҙәлә башлай.

Хәтерегеҙҙәлер, былтыр республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнө Яңы йылға айырыуса матур, үҙенсәлекле итеп биҙәргә кәрәклеге тураһында белдергәйне. Һәм, күренеүенсә, һүҙендә торҙо. Бөгөн ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ҡалаларыбыҙҙы ниҙәр көтөүен күрһәтте.

“Быйылғы Яңы йылға беҙ ҡалаларыбыҙҙы айырыуса матур итергә планлаштырғайныҡ. Өфө һәм Стәрлетамаҡта был эштә беҙгә бөтә донъяла билдәле “Festi Group” компанияһы ярҙам итә. Улар бар донъя буйлап ҡалаларҙы, эре байрамдар асыу мәлдәрен, олимпиадалар үткәреүҙе биҙәй. Ҡарағыҙ әле, нисек матур була! Яңы йыл кәйефе оҙаҡламай һәр кемдә барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, ул бюджет аҡсаһына эшләнмәй, был – республикалағы эре предприятиеларҙың береһенең беҙҙең халыҡҡа булған бүләге”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фотоларҙы ҡарап та, беҙҙе ниндәй матурлыҡ көткәненә инанаһың. Яҡын арала быны ысынлап та күрербеҙ! Яңы йыл байрамы башлана ғына!
Читайте нас: